Автобуста шундай һөйләшеүгә шаһит булдым.
- Улым, гөл һауытын ауҙарғаны өсөн уҡытыусы Артурҙы ни эшләтте?
- Ә һин мәктәптәге был хәл тураһында ҡайҙан беләһең?
- Уҡытыусының нимә эшләткәнен белмәйем.
- Өйгә эштән Вадим нисә алды?
Тағы әллә күпме һорау бирҙе әсә улына. 10-11 йәштәрҙәге малай, илгәҙәк һәм теремек күренһә лә, бер нисек тә әсәһенең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндермәне. Йә һорауға һорау менән, йә белмәйем тип кенә яуап бирҙе.
- Дәрестә булманыңмы әллә? Класташтарың тураһында бер нәмә лә белмәйһең!- тип ҡуйҙы аптыраған әсә.
- Булдым. Тик һине, мин, улың, түгел, ә башҡалар ҡыҙыҡһындыра. Минең тәртипте, билдәләрҙе һорамайһың бит.
- Һинеке “бишле”нән дә кәм булырға тейеш түгел икәнлеген беләм, шуға ла был хаҡта һорау ҙа булырға тейеш түгел!
- Башҡаларҙың билдәһендә минең эшем юҡ. Кем нисек уҡый ала, шулай уҡый.
- Ярышып, сәмләнеп уҡыр өсөн уларҙың ниндәй билдә алғаны һиңә мөһим булырға тейеш!
- Олатайҙың кеше эшенә ҡыҫылыу тураһында һөйләгән риүәйәтте онотманым әле.
- Ниндәй риүәйәт ул тағы?! Ә һиңә үҙеңде класта иң әүҙем, алдынғы, ҡыҙыҡһыныусан уҡыусы итеп күрһәтергә кәрәк. Уҡытыусылар шундай балалар менән күберәк эшләй, олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләй.
- Ауырыу ат, ветеринар һәм сусҡа тураһында, әсәй.
- Олатайыңдың әкиәттәре бөтмәҫ...
Әсәй менән ул төшөп ҡалды. Ә минең шул тиклем олатаһы ейәненә һөйләгән риүәйәт тураһында белгем килде. Ауырыу ат, ветеринар, сусҡа... Интернетты асып, малай әйткән өс һүҙҙе йыйып, “эҙләү”гә баҫтым. Үҫмер шуның тураһында әйткән булһа, бик кинәйәле хикәйә булып сыҡты.
“Бер фермер бик зиннәтле бәйге аты һатып ала. Тик күп тә үтмәй сапҡыр ауырып йығыла. Фермер ветеринарҙы саҡыра. Өс көн дауалағандан һуң да аяғына баҫмаһа һуйырһың, тип кәңәш бирә мал врачы. Бер көн үткәс, фермер менге янына килә лә торғоҙоп ҡарай, тегеһе баҫа алмай. Икенсе көндә лә ятҡан еренән тора алмай.
Фермерҙың, иртәгә лә тормаһаң һине һуям, тигәнен ишетеп ҡалған сусҡа өсөнсө көндө атты тартып тигәндәй аяғына баҫтыра. Фермер ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй: “Был шатлыҡтан сусҡаны һуйып, байрам итәсәкбеҙ!” - тип ҡысҡырып ебәрә”.
Хикәйәттең кинәйәһен аңлаһағанһығыҙҙыр: кеше эшенә ҡыҫылма йәки һорамаһалар, ярҙам тәҡдим итмә, юғиһә, үҙең зыян күрерһең.
Эйе, тормошта йыш ҡына риүәйәттәге йомшаҡ күңелле сусҡа хәлендә ҡалырға тура килә. Ә шулай ҙа кеше эшенә ҡыҫылмайым тип, ситтән генә күҙәтеүсе булһаң да, кешесә түгел бит... Хәйер, ундайҙарҙың бер ҡасан да башы ауыртмай. Ҡайһы берҙә, ысынлап та, үрҙә әйтеп кителгән аҡыллы малайҙан өлгө алырға кәрәктер.