ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
19 Август 2019, 18:55

61 йәш - йәш!

Ҡаланың тыуған көнөн уҙғарыу буйынса Хакимиәт бинаһында предприятие, ойошма етәкселәре, ойоштороу комитеты ағзалары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.

Ҡаланың тыуған көнөн уҙғарыу буйынса Хакимиәт бинаһында предприятие, ойошма етәкселәре, ойоштороу комитеты ағзалары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.
Быйыл байрам 31 августа уҙғарыласаҡ. Сараның уҡыу йылы башланыуы алдына тап килгәнен әйтеп, ҡала биләмәһе Хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин урамдарҙа бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Коммуналь хужалыҡтарға юл инфраструктураһына иғибар бирергә ҡушылды. Ҡала көнөнә ҡарата республика, федераль программаларға ярашлы, спорткомплекс янында Мәләүез йылғаһын яры, Йәштәр, Ғаилә скверҙары, Туғайлыла, Ленин урамындағы күп ҡатлы йорт алдында ял итеү майҙансыҡтарында ҙур эш башҡарылыуын әйтеп уҙҙы. Шулай уҡ байрам сараһын ойошҡан рәүештә уҙғарыуҙа етәкселәргә әүҙем ҡатнашырға ҡушылды.

Читайте нас: