Күпме көтөп алған, күпме өмөттәр бағлаған, хыялланған йәй һиҙелмәй үтеп бара. Ул, кешене һынарға теләгәндәй, башта ҡоро килде, инде бесән-фәләнде сабып бөткәс ямғырҙары, йә һалҡын көндәре, дауыл-еле менән аптыратты. Шулай ҙа туйындырыусы ерҙең ҡәҙерен белгән кеше еләк, йәшелсә-емеште үҙенә етәрлек йыйып алды, күпмелер өлөшөн баҙарға алып сыға. Сит-яҡтан килтерелгәнен ҡиммәт хаҡҡа һатып алғансы, үҙебеҙҙә үҫәне лә етерлек бит! Йәшелсә, емеш-еләккә бөгөнгә хаҡтар (килограмдарҙа):
сөгөлдөр - 35 һум, кишер - 30-50, картуф - 25, помидор - 110, ҡыяр - 40, кәбеҫтә - 25, слива (төрөнә ҡарап) - 80- 100, борос - 100, ҡурай еләге - 400 һум.
Алма 5 литрлыҡ күнәктә - 70, картуф - 150, муйылдың стаканы - 100, крыжовниктыҡы - 80 һум. Һарымһаҡты үҫтерә белгәндәр, минеңсә, һәр ҡасан уңышын һатыуға өлгәшә: уның башы - 20 һумдан да кәм түгел.
Сағыштырмаса тыныс уҙған йәйҙең бәрәкәтенә ҡыуанып, барыбыҙға иҫән-имен йәшәргә яҙһын. Рәхмәт һиңә, йәй!