ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 18:21

Алдағы аҙнала йондоҙҙар нимә вәғәҙә итә?

Яңы миҙгелдең башы нисек булыр? Йондоҙҙар нимә вәғәҙә итә? Киләһе аҙнаға йондоҙнамәлә табырһығыҙ.

Ылаҡ

Көҙ башы һеҙҙең өсөн көсөргәнешле. Был осорҙа үҙегеҙгә ышанысығыҙ кәмей төшөр. Бынан уйығыҙҙы тәртипкә килтереп кенә ҡотолорһоғоҙ.

Һыуғояр

Үҙегеҙҙе генә уйлау яҡшы түгел. Кемделер тәнҡитләү, хөкөм итеү ҙә эргәләге кешеләрҙе үҙегеҙгә ҡаршы ҡуйыуы ихтимал.

Балыҡ

Был осорҙо ижад менән шөғөлләнеүгә, ял итеүгә арнағыҙ. Теләгән әйберегеҙҙе һатып алырһығыҙ.

Ҡуҙы

Уңышлы аҙна, уның һәр мәлен файҙалы үткәрергә тырышығыҙ. Рухи яҡтан үҫеү мөмкинлектәрен барлағыҙ, камиллашыу, үҫешеү юлдарын эҙләгеҙ. Яңы кешеләр менән аралашығыҙ.

Буға

Уйығыҙҙы, һүҙегеҙҙе контролдә тотоғоҙ. Был осорҙа бөтә ниәттәрегеҙ бойомға ашыр, әммә, иң беренсе, һаулығығыҙҙы хәстәрләргә онотмағыҙ.

Игеҙәктәр

Күңелегеҙҙе кире уйҙарҙан таҙартығыҙ. Шулай уҡ йәшәгән, эшләгән урынығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Аҡса менән бәйле эштә иғтибарлы булығыҙ.

Ҡыҫала

Тойғоларға юл ҡуймағыҙ, был аҙнала һалҡын аҡыл менән эш итергә кәңәш ителә. Бәхәскә инеү һеҙҙең файҙаға булмаҫ.

Арыҫлан

Фекерҙәрегеҙ уртаҡ булған кеше менән күберәк аралашығыҙ. Терәк-таяныс булырҙай кеше табырһығыҙ. Яңы тормош башлау өсөн уңышлы осор.

Ҡыҙ

Бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу көсөн табырһығыҙ. Әммә ниәтегеҙгә өлгәшеү аҡыл, кешелеклек сифаты талап итер.

Үлсәү

Осор тыныс үтер. Уратып алған ваҡиғаларҙан кинәнес алырһығыҙ. Хаталар өсөн үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла ғәфү итегеҙ.

Саян

Һаулығығыҙҙы нығытырға уйлаһағыҙ, айҙың икенсе ун көнлөгөн һайлағыҙ. Был осорҙа дауаланыуҙың файҙаһы нығыраҡ булыр.

Уҡсы

Ҡатмарлы, һынылышлы мәлдәр үтте тип уйларға мөмкин. Яңы танышлыҡтар булдырығыҙ, яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ.
Читайте нас: