2019 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы легендар командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған иҫтәлекле сара үтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева яҡташтарыбыҙҙы ошо мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Флешмоб баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында уҙа. Көндөҙгө 3-тә "Шайморатов генерал" йыры күмәкләп башҡарыла. Сараға бөтә теләгәндәр килә ала.
27 августа ҡаһарман генералдың тыуыуына 120 йыл тулды.