- Үҙ тауышымды биреү - гражданлыҡ бурысым. Республикабыҙҙың киләсәген, йәшәйешен уйлаған һәр кеше был сәйәси сараға битараф ҡалырға тейеш түгел. Республика Башлығын, күп милләтле Башҡортостаныбыҙ Рәсәй Федерацияһында иҡтисади, социаль яҡтан алдынғылар рәтенә сығыр, сәскә атҡан төбәккә әйләнер, тип һайлайбыҙ. Киләсәктә республиканың тәбиғи байлығы халҡыбыҙҙың тормош кимәлен күтәреүгә йүнәлтелер, тип ышанам.