Яңауыл, Бәләкәй Шәрип, Исламғол, Смаҡ, Арыҫлан, Яҡтыкүл ауылдары халҡы төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙемлеге менән айырыла. Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә Башҡортостан Башлығы һәм урындағы ауыл советы депутаттарын һайлауҙа дәррәү ҡатнашты. 2589-сы Смаҡ һайлау участкаһында иртәнге 11-гә йөҙҙән ашыу кеше үҙ тауышын биргән. Әйткәндәй, Мәләүез ҡалаһы һәм районы буйынса сәғәт 12-гә 19451 кеше (31,05 процент) гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Венера Байгилдина үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тауыш биреп, бүләк алып ҡыуанды. “Республика Башлығы вазифаһына дәғүә иткән һәр кандидаттың программаһы менән таныштым”, - ти ул.