ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 18:55

“Яугирлек рухын күҙалландырырға тырыштым”

Миңлеғәли Шайморатов һәйкәлен булдырыуҙа яҡташыбыҙ Айбулат Баһауетдиновтың өлөшө бар

Миңлеғәли Шайморатов һәйкәлен булдырыуҙа яҡташыбыҙ Айбулат Баһауетдиновтың өлөшө бар

Санкт-Петербургта халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡойоу эше дауам итә. Проектҡа бер нисә архитектор йәлеп ителгән. Күптән түгел улар башҡорт ир-егеттәренең хәрәкәти үҙенсәлектәрен күрһәтеү өсөн яҡташыбыҙ Айбулат Баһауетдиновҡа мөрәжәғәт иткән. Мәләүез егете Айбулат -бөгөн Өфөләге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы.

- Ҙур тарихи әһәмиәткә эйә сарала ҡатнашыуыма, скульпторҙар менән танышыуыма сикһеҙ ғорурланам, - тине Айбулат “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе һорауына яуабында. – Миңә Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр аша яугирлек рухын һәм Еңеү шатлығын күҙалландырырға кәрәк ине. Белеүегеҙсә, ансамбль 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы һалдаттары менән фронтҡа йыш сыҡҡан, яугирҙәр алдында сығыш яһаған. Ул осор менән сағыштырғанда, бөгөн бейеүҙәрҙе башҡарыу техникаһы икенсерәк, әлбиттә, шулай ҙа мин башҡорт бейеүенең нигеҙе булып торған элементтарҙы күрһәтергә тырыштым.

Әйткәндәй, легендар генерал Минлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлде Өфөлә, Совет майҙансығында урынлаштырырға планлаштыралар.
Читайте нас: