Оҙайлы ялға һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы көтөлә. Ваҡыты менән ямғыр яуыуы мөмкин. Температура түбән, ләкин һаман да ғәҙәти күрһәткестәрҙән 1-3 градусҡа юғарыраҡ була.
Иртәгә, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, көндөҙ бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел төндә йомшаҡ, көндөҙ көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1,-6 градус, урыны менән +5-кә тиклем, көндөҙ +7,+12 градус.
Шәмбе, 12 октябрҙә лә, ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,+5, аяҙытҡанда -5-кә тиклем, көндөҙ +5,+10 градус.
Йәкшәмбе, 13 октябрҙә, көндөҙ +8, төндә +5 градус була.