ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 17:33

Мәләүездә 245 кеше мөрәжәғәт иткән

Бөтә Рәсәй буйынса аналог телетапшырыуҙы һүндереү бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса ғинуар аҙағынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелә. Уның менән 7 меңдән ашыу граждан файҙаланды.

Оло йәштәгеләргә, аҙ мобилле кешеләргә ҡорамалды ҡуйырға ирекмәндәр ярҙам итә. Башҡортостан буйынса 30 меңдән ашыу ғариза буйынса эш башҡарылды, цифрлы телевидениеға күсергә 3600 ирекмән ярҙам итә. Мәләүез районы һәм ҡалаһында 245 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуның 70-е - “ҡыҙыу линия” буйынса.

- Һәр һорауҙы ирекмәндәр оператив рәүештә хәл итергә тырыша, - ти район хакимиәте йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире Алена Сахарова. - Аңлатыу эше алып барыла, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа цифрлы телевидениены ҡабул итеү шарттарын булдырыу буйынса саралар күрелә.

Һанлы телевидениеға күсеү мәсьәләһе буйынса федераль һәм төбәк “ҡыҙыу линиялары” эшләй: 8-800-220-20-02, 8-800-347-00-55. Мәләүездәр шулай уҡ 3-16-23 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
Читайте нас: