Тирә-яҡты төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим. Шуға күрә 2020 йылды «Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар» тип атарға тигән тәҡдим бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, тышҡы күренеш ҙур әһәмиәткә эйә, был тәртип булған ерҙә йәшәүебеҙгә ышаныс тыуҙыра.