ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 18:56

Йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ

Икмәк - ул тормош нигеҙе, бөгөнгө муллығыбыҙ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс билгеһе. Шуға ла ауыл хеҙмәтсәндәренең көҙгө байлыҡ осоронда уҙған уңыш байрамы - барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамы тантанаһы һәр йылдағыса, ул ҡаланың мәҙәниәт һарайында үтте.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Азат Мөхәмәтшин атҡарылған эштәрҙе барланы. “Һеҙҙең, ауыл хужалығы предприятиелары эшсәндәренең, тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәте менән илдә аҙыҡ-түлек муллығы булдырыла. Республика халҡы икмәк, картуф, йәшелсә, шәкәр, үҫемлек майы менән тулыһынса тәьмин ителде. 3 миллион тоннанан ашыу иген, 2 миллион тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, 1 миллион 300 мең тонна һөт һауылған. Был - һеҙҙең хеҙмәт ҡаҙанышы”, - тине ул сығышында.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов район күрһәткестәре менән таныштырҙы. Байрам менән ҡотлап, һәммәһенә сәләмәтлек, именлек, эштәрендә уңыш теләне.
Беҙҙә баҫыу батырҙарын, етәкселәрҙе, фермерҙарҙы тәбрикләү изге йолаға әйләнгән. Тармаҡ алдынғыларына, хеҙмәт ветерандарына, шулай уҡ өс йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөлөшкә сертификаттар тапшырылды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай, йөкмәткеле концерттан барыһы ла яңы дәрт һәм рух алып таралышты.
Читайте нас: