Мал-тыуар аҫрайбыҙ ҙа, көҙөн иреккә сығарып ебәреп, бик үк дөрөҫ эшләмәйбеҙ. Йә улар юғала, йә йыртҡыс йәрәхәтләй, йә берәй фермерҙың ужым баҫыуына инеп китә. Юлға атлыҡҡан ике ат ауыл урамынан елдергән машинаға бәрелеп, йәрәхәтләнә. Тимер “ат”та, юртаҡтар ҙа, водитель дә зыян күрә.