ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 17:18

Милли кейем - халҡымдың күңел йәүһәре

Киләһе йыл Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдә ҙур сара - Фольклориада уҙғарыла. Уға әҙерлек сиктәрендә республикала, шул иҫәптән район-ҡалала милли кейем тегеү, биҙәүестәр эшләү, халыҡ йолаларын тергеҙеү, милли аштарҙы пропагандалау буйынса эш алып барыла. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе сағылдырған байрам, кисәләр үткәрелә. Быйыл ғына ҡот ҡойоу, һағыҙ ҡайнатыу, кейеҙ баҫыу, сыр яһау оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Яңыраҡ Үрге Юлдаш ауылының мәҙәниәт йортонда Аптраҡ, Әбет, Юлдаш, Смаҡ ағинәйҙәре ҡатнашлығында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме ҡашмау тегеү буйынса мастер класс үтте.

Читайте нас: