Хәйриә ойошмаһынан бүләк ителгән йомшаҡ мамыҡ юрған уның яурындарын тулыһынса ҡаплай. Сүп-сар йәшнигенән табып алған ботинкалары ла аяҡтарына тап-таман ғына. Әлеге үҙәккә үткес һалҡында уның күңелен урамда янып торған уттар йылыта. Парктағы үҙе ятҡан эскәмйә лә уның эшләп арыған арҡаһына йәтеш кенә кеүек.
- Рәхмәт һиңә, Хоҙайым! – тип ҡабатлай ул, - тормош иҫ киткес йәмле! (Эндрю Э. Хант)
Лена ХӘЙРУЛЛИНА тәржемәһе.