Оло йәштәге бер танышым бар. Ул шул тиклем бесәй яратмай. Урамда күрһә, уларҙың бер зыяны булмағанын да әрләп үтә. Яңыраҡ подъезда тап уның ишек алдын еүешләп киткәндәр. "Интернеттан ҡара әле, уларҙы нисек ҡурҡытырға була икән. Ҡыҙыл борос та, белизна ла һиптем, барыбер киләләр", - ти. Шунда бесәйҙәр тураһында байтаҡ ҡыҙыҡ мәғлүмәт белдем, төрлө фотолар осраттым.