Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең медицина өлкәһенә ынтылыуҙары бик ҡыуандыра. Аҡ халатлы һөнәр эйәләре булырға теләүселәрҙең күп булыуы аңлашыла ла инде. Врач – донъяла иң кәрәкле дәрәжәле, шул уҡ ваҡытта яуаплы, тынғыһыҙ һөнәр, сөнки уның ҡулында – кеше ғүмере.