Ябалаҡлап яуған мәлен көтәм.
Ҡарҙар йыуаш әле. Хисләндермәй.
Ара-тирә төшөп ята ла ул,
Йәнләндермәй әле, йәшләндермәй...
Йәмләнмәгән донъя, йымылдамай
Сыбар тауҙар, ала-сола ҡырҙар.
Ҡытыҡлаған ерҙән һүлпәнәйә
Тыуам-тыуам тигән моңдар, йырҙар.
Тау башынан күҙҙең яуын ала.
Икенделә әле йылы, нурлы.
Шәфәҡтәрҙән алып һыуынһа ла.
Аҡ, сафлыҡты күңел сабыр көтә.
Пәрҙәләргә көн юҡ: Яуа?Яумай?
Тәгәрәмәй миңә ҡыш та тыумай.