Кил яныма, мин йырлармын,
Һәр нәмәгә табып көйөмдө,
Асылырмын матур сәскә булып,
Һүт инде тик ҡаты төйөндө.
Асырмын мин алсаҡ йөҙөңдө.
Бул тик сабыр һәм түҙемле,
Һин табырһың миндә үҙеңде!
Һис яҙаһы килмәй был юлдарҙы,
Башта ҡайнай төрлө шиғырҙар.
Ләкин ҡапыл килеп индең дә һин,
Тыумайынса ҡалды шул йырҙар.
Ул йырҙы мин айҙар, йылдар буйы
Йөрәгемдә наҙлап үҫтерҙем,
Үҫтерҙем дә тыуыр көнөн көтөп,
Тыумаҫ элек быуып үлтерҙем.