Стәрлетамаҡта онкология сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПЭТ–Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһында радиохирургия менән позитрон-эмиссия томографияһы үҙәген булдырыу» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ-КТ) – махсус ҡорамал ярҙамында онкологик йәки неврологик сирҙәрҙе асыҡлау, радиоизотоп диагностика алымы менән кешенең эске органдарын тикшереү. Онкологияла ПЭТ яман шештәрҙе диагностикалау, метастаздарҙы эҙләү һәм дауалауҙы контролдә тотоу өсөн файҙаланыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ПЭТ/КТ–диагностика үҙәген 2020 йылдың дүртенсе кварталында асыу күҙаллана.Йыл һайын был үҙәктә республиканың өс меңләгән кешеһе тикшереү үтер, тип көтөлә.