Ҡаланың 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм кескәйҙәр яңы йылды күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Барлыҡ уңайлыҡтары булған заманса бассейн урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә, шулай уҡ район һәм ойошма етәкселәре, урындағы эшҡыуарҙар, ата-әсәләрҙең ярҙамы менән ремонтлана.
Балалар баҡсаһында бассейн асыуҙың төп маҡсаты - сабыйҙарҙың һаулығын нығытыу һәм уларҙы кесе йәштән йөҙөргә өйрәтеү. Улар һуңынан лагерҙарҙа, йылға-күлдәрҙә һыу ингән саҡта үҙҙәрен тота белһен, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен, йөҙөү алымдарын дөрөҫ ҡулланһын өсөн дә мөһим.