Ҡыш быйыл беҙҙе һынауҙан туҡтамай: ҡар-бураны туҡтап өлгөрмәне, йылытып ебәрҙе, ямғыр ҡатыш ҡар, йылы һауа торошо күләүектәр барлыҡҡа килтерҙе. Йылытҡандан һуң юлдарҙа барлыҡҡа килгән боҙлауыҡ сәбәпле, йығылыу, йәрәхәтләнеү хәүефе көсәйә. Айырыуса баштың бәрелеүе хәүефле - мейегә зыян килеүе ихтимал.
Баш менән бәрелгәндә, ҡан булмаһа, ауыртҡан урынға боҙ йә боҙло һыуға манып алынған туҡыма менән баҫырға кәрәк. Был шешеп сығыуҙан һаҡлаясаҡ. Әлеге процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин, боҙҙо 15 минуттан артыҡ тоторға ярамай.
Әгәр ҙә яра ҡанһырап торһа, өҫтөнә таҙа марля ябып, ҡанын туҡтатыу мотлаҡ. Салфетка аша ҡан һарҡып сыҡһа, өҫтөнә тағы ябып, ҡул менән баҫып торорға кәрәк.
Ә инде баш мейеһе һелкенеүе билдәләре булһа йәки ҡан 10 минут буйы туҡтамаһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Табиптар килгәнсе, дарыу бирергә ярамай.
Ауыр йәрәхәт йә умыртҡа бағанаһы зыян күргән осраҡта, кешене урынынан ҡуҙғатыу тыйыла. Өсәүләп кәүҙәһен, муйынын, башын төҙ килеш тотоп, бер яҡ ҡабырғаһына әйләндереп һалырға мөмкин. Айырыуса йәрәхәтләнгән бала менән һаҡ булырға кәрәк. Табиптар килгәнсе, зыян күреүсенең аңын юғалтмауын күҙәтеп, йоҡлатмау зарур.