Судта асыҡланыуынса, тәүҙә енәйәтсе 65 йәшлек пенсионер менән «ҡунаҡ» була. Шешә тиҙ бушай, ә быға етмәйерәк ҡала. Өлкән кешенән аҡса таптыра башлай, банк картаһын, пин-код һорай. Кемдең үҙ аҡсаһы менән хушлашҡыһы килһен инде, тегенеһе, әлбиттә, риза булмай. Тамағы хәмергә һыуһаған, көсө ташып торған ир пенсионерға ташлана. Хәле бөткәнсе уны туҡмап картаһын ҡулына төшөрә, әммә серле һандарҙы барыбер әйттерә алмай.
Урамда ауыр хәлдә ятҡан оло кешене күргән кешеләр уны дауаханаға ебәреүҙе хәстәрләй, әммә ул аңына килә алмай вафат була. Эксперттар билдәләүенсә, туҡмалғанда ирҙең бигерәк тә башы зыян күрә.
Эш бының менән генә тамамланмай әле. Судта ғәйепләнеүсе үҙ «әкиәтен» һөйләп, кеше ышандырырға маташа. Йәнәһе лә пенсионер йортоноң ишек алдында үҙе йығылып башын бәрә, ә банк картаһы... уны икенселәр ала, хужаһынан пин-код һорайҙар, туҡмайҙар...
(Дауамын гәзиттә уҡырға була)