Тикшереү барышында түбәндәгеләр асыҡлана: үткән йылдың март айында 36 йәшлек ҡатын үҙенең танышына биш меңгә бер көнлөк фирма теркәп бирергә риза була. Ул юридик шәхестәрҙең документтарын әҙерләп Һалым хеҙмәте идаралына биреүсе фирмаға мөрәжәғәт итә. Үҙенең исеменә «Линдфорт» коммерция фирмаһын теркәү өсөн үҙенең паспортын һәм башҡа документтарын бирә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең предприятиеның эшмәкәрлеге менән эш итмәйәсәген аңлай.
Тапшырылған документтарға таянып Һалым идаралығы уны теркәү тураһында ҡарар сығара.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный.