Башҡортостанда быйыл 113 саҡрым юл ремонтланасаҡ. Ошо маҡсатта бер миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Программа Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды. «Тыуған урам» проекты буйынса тәүлегенә 600 автомобиль үткән йә халҡы 1 меңдән ашҡан ауыл урамдары төҙөкләндереләсәк. Эштәр комплекслы алып барыласаҡ һәм тротуарҙар булдырыу ҙа күҙаллана. Программаға 400-гә яҡын ауыл инә.