Ҡаланың 1-се балалар сәнғәт мәктәбе музыкаль, художество һәм хореография йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Унда бөтәһе 773 бала, шул иҫәптән 52-һе - Воскресенский сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Ижади коллективтарҙың һаны - 16. Шуның 2-һе, атап әйткәндә “Концертино” һәм “Любава” - халыҡ, 3-һө - “Задоринка”, “Цветик-самоцветик” һәм ҡурайсылар ансамблдәре - өлгөлө исемдәрен йөрөтә.
Уҡыу йылы башынан февралгә тиклем уҡыусылар байтаҡ конкурста, смотрҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәште. Ҡурайсылар ансамбле “Урал иле” халыҡ-ара фестивалдә беренсе урынға лайыҡ булды. Флейтасылар дуэты I бөтә Рәсәй тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсында икенсе урын яуланы. “Мәскәү каникулы” халыҡ-ара фестивалендә бейеүселәр ҙә тәүге ике урынды алды.
Өфөлә үткән Светлана Хәмиҙуллина исемендәге XII бөтә Рәсәй фортепиано музыкаһы конкурсында еңеүсе булдылар. Ырымбурҙа ойошторолған “Һәләтлеләр ҡояштан да сағыуыраҡ”, “Таланттар турниры” халыҡ-ара конкурстарында ла тәрбиәләнеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.
Уҡыусылар олимпиадаларҙа ла һыр бирмәй. Мәҫәлән, сольфеджио буйынса Гран-приға, шулай уҡ тәүге призлы урындарға беҙҙең ҡала сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр эйә булды. Салауат ҡалаһында “Ҡышҡы фантазия - 2020” төбәк конкурсында ла мәләүездәр төп призды һәм маҡтаулы урындарҙы алды.
Шулай итеп, ҡаланың сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең халыҡ, өлгөлө исемдәрен раҫлауын, өҫтәмә белем биреү учреждениеһының еңеүҙәр тупланмаһын тулыландырыуын дауам итә.