Башҡортостанда 26 мартҡа ҡарата 72 кеше, шул иҫәптән 10 бала коронавирусҡа шик менән стационарға һалыныуы тураһында "Башинформ" хәбәр итә. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, COVID-19 раҫланған сирлеләр һаны элеккесә ҡала – дүрт кеше, улар араһында бала ла бар. Бөтә пациенттар ҙа Өфө ҡалаһы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының бокс бүлексәләрендә дауалана.