2019 йылдың декабрендә яңы коронавирус штаммы - COVID-19 барлыҡҡа килде һәм тиҙ арала төрлө ҡитғалар аша беҙҙең илгә, шул иҫәптән республикаға үтеп инде. “Тажлы” вирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимы индерелде. Уның сиктәрендә оператив саралар күрелә. Шулай ҙа ауырыуҙың таралыуын иҫкәртеүҙә иң мөһиме шәхси гигиена талаптарын үтәү икәнлеген бөгөн һәр кем аңларға тейеш. Үҙәк район дауаханаһы участка терапевы Гөлнара Усманова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Гөлнара Риф ҡыҙы, яңы вирус тыуҙырған сир билдәләре ниндәй?
- Хәлһеҙлек, тын алыу ауырлашыу, юғары температура, йүткереү, тамаҡ ауыртыу. Ғөмүмән, билдәләр күпселек респиратор сирҙәрҙекенә, ғәҙәти һыуыҡ тейҙереүгә, киҙеүгә тартым. Ошоларҙы үҙегеҙҙә тойһағыҙ, һуңғы осорҙа сит илдән ҡайтҡан кешеләр менән аралышыуығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Әгәр шик барлыҡҡа килһә, дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ.
- Коронавирус менән ғәҙәти киҙеү араһында ниндәй айырма бар?
- Билдәләре оҡшаш булһа ла, генетик яҡтан улар ныҡ айырыла. Грипп микробы бик тиҙ үрсей - зарарланғандан һуң ике-өс көндән күренә. Ә “тажлы” вирус өсөн 14 көнгә тиклем талап ителә.
- Коронавирус нисек йоға?
- Башҡа киҫкен респиратор инфекциялар кеүек йүткергәндә йә иһә сөскөргәндә барлыҡҡа килгән ваҡ ҡына тамсылар аша тарала. Бынан тыш, зарарланған әйберҙәр, мәҫәлән, ишек тотҡаһы аша күсергә мөмкин.
- Иң беренсе, шәхси гигиена талаптарын күҙәтегеҙ. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ йә иһә дезинфекциялаусы саралар ҡулланығыҙ. Йыуылмаған ҡул менән ауыҙ, танау һәм күҙгә ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ. Кеше күп булған урынға йөрөмәгеҙ, йәмәғәт транспортында айырыуса һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка йөрөтөгөҙ, йүткергәндә йә иһә сөскөргәндә һәр саҡ танау-ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ, һуңынан уларҙы мотлаҡ утилләштерегеҙ. Эпидемиология хәле яҡшырғансы осрашҡанда ҡул биреп күрешеүҙән, үбешеүҙән, ҡосаҡлашыуҙан тыйылығыҙ. Эш урынында үҙегеҙ ҡағылған әйберҙәрҙе һәм ҡорамалдарҙы (компьютер клавиатураһы, оргтехника панелдәре, смартфон экраны, пульт, ишек тотҡаһы) даими таҙартып тороғоҙ. Бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәрҙе ҡабаттан файҙаланмағыҙ. Һәр ҡулланыуҙан һуң уларҙы ташлағыҙ.
- Ә өй шарттарында нимә эшләргә?
- Балаларығыҙға сир тураһында һөйләгеҙ, шәхси гигиена талаптарын үтәүҙең мөһимлеген аңлатығыҙ. Улар вирус йоҡтороу хәүефенә күберәк дусар, сөнки тиҫтерҙәре менән тығыҙ аралаша. Ғаиләлә һәр кемдең үҙ таҫтамалы булырға тейеш. Бүлмәне йышыраҡ елләтеп, йыуып тороғоҙ. Вирус менән төрлө йәштәге кешеләрҙең зарарланыуы ихтимал. Шулай ҙа башҡа йоғошло ауырыуҙар осрағында кеүек үк, балалар, 65 йәштән өлкән, иммун системаһы түбән кешеләр сирҙең ауыр үтеүе буйынса хәүеф төркөмөнә инә.