Газондарға ҡуйылған автомобилдәрҙе фотоға төшөрөп һалыу, тимер аттарын тыйылған урындарҙа ҡалдырған хужаларға ҡарата тәнҡит һүҙҙәре яҙыу кеүек күренештәр күп. Быға тиклем дә балалар майҙансығы, ихаталарҙағы кер элеү өсөн махсус бүленгән урындарға ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн тәғәйен тротуарҙар буйлап йөрөгән машиналар бар ине, әлбиттә. Былтыр иһә был эште контролдә тотоуға республика етәкселеге етди иғтибар бүлә башланы һәм халыҡты ташландыҡ автомобилдәр хаҡында хәбәр итергә саҡырҙы. Уҙған йылдың апреленән бындай кире күренештәр өсөн яуапҡа тарттырыу ҡаралды.
Законға ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоусылар өсөн төрлө кимәлдә штраф һалына. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарында, газонда, сүп-сар йыйыу майҙансығында ҡалдырылған машина хужаларына ҡарата 1 мең һумдан 2 меңгә тиклем, етәксе вазифаһы биләгәндәргә - 10 мең һум, ойошмалар өсөн 20-30 мең һум күләмендә штраф һалына. Хәл ҡабатланған осраҡта ул бермә-бер арта.
Урамдағы иҫке, ташландыҡ машиналар ҡала, ауылдарҙы биҙәмәй. Ихаталарҙа, юл ситтәрендә йылдар буйы торған автомобилдәр граждандарға ғына түгел, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенә лә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Был бигерәк тә ҡыш миҙгелендә, ҡар таҙартҡанда беленә. Көрт баҫып киткән машиналар юл хәрәкәтен тотҡарлай. Йәй көндәрендә иһә улар торған ерҙе сүп үләндәре баҫыуы матур күренеш түгел.
Эйәһеҙ техниканы асыҡлау, уларҙы эвакуациялау һәм утилләштереү тәртибен үҙ эсенә алған 351-се ҡарар район хакимиәте тарафынан уҙған йылдың 21 авгусында ҡабул ителде һәм уға ярашлы, хужаһыҙ тимер аттар менән «көрәш» башланды.
Ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда беҙҙә бындай кире күренештәр әллә ни күп түгел, асыҡланған 8 машинаның ни бары икеһе генә хужаһыҙ тип табылған.
Урамда ултырған бар автомобилде лә хужаһыҙ тип уйлау хата, сөнки кемдер оҙайлы осорға эшкә китеүе сәбәпле, уның урамда тороп ҡалыуы мөмкин. Тикшереү ваҡытына хужаһыҙ йәки асыҡланмаған техника ла шул иҫәпкә инә.
Уларҙан башҡа, йылдар дауамында асыҡ һауала ултырып эшлектән сығыу сәбәпле, урынынан күсереү мөмкинлеге булмағандары ла осрай. Былары ташландыҡ машина булып һанала. Улар хаҡында мәғлүмәтте ҡала хакимиәтенә граждандарҙың мөрәжәғәте нигеҙендә хоҡуҡ һаҡлау һәм идара итеүсе ойошма вәкилдәре тапшыра. Алынған мәғлүмәт өс эш көнөндә махсус журналға теркәлә һәм 15 көндә комиссия тикшереүе ойошторола. Уның һөҙөмтәләре буйынса акт төҙөлә, фотоматериалдар теркәлә. Барлыҡ сараларҙан һуң автомобиль хужаһына ике аҙна эсендә уны урынынан күсереү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә ҡалдырыла. Кире осраҡта өс эш көнө эсендә идара итеүсе ойошма мәғлүмәтте хоҡуҡ һаҡлау органына ебәрә, һәм транспорт сараһының хужаһын асыҡлау маҡсатында ул рәсми сайтҡа ҡуйыла.
Рөхсәтһеҙ урында торған машина 30 көн эсендә урынынан алынырға тейеш. Талаптар үтәлмәгән осраҡта, комиссия техниканы эвакуациялау тураһында акт төҙөй һәм автомобиль махсус туҡталҡаға күсерелә, хужаһыҙҙары иһә утилләштерелә.
Ҙур ҡалаларҙа бындай осраҡтар йыш күҙәтелһә, беҙҙә халыҡ барлыҡ талаптарҙы ла аңлап ҡабул итә һәм ваҡытында үтәй, шуға күрә әллә ни ҡатмарлыҡтар юҡ.
Административ комиссия рәйесе урынбаҫары Ольга Акшенцева белдереүенсә, уҙған йылда транспорт сараларын парковкалауға ҡағылышлы бөтәһе 181 эш ҡаралған. 143-нә штраф һалынған, ҡалғандары менән аңлатыу эштәре алып барылған. Штрафтың дөйөм күләме 145 мең һум тәшкил итә.
Ә һеҙ тимер атығыҙҙы тыйылған урындарҙа ҡалдырмайһығыҙмы? Ул башҡаларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаймы? Ҡағиҙәләргә ҡолаҡ һалмағандарға машиналарын махсус туҡталҡанан эҙләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә, эвакуация һәм туҡталҡа өсөн түләргә кәрәклеге хаҡында ла оноторға ярамай. Ошондай күңелһеҙ күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн талаптарға битараф булмаһағыҙ, уларҙы теүәл үтәһәгеҙ һәм үҙ мөлкәтегеҙгә яуаплы ҡараһағыҙ ине.