Башҡортостандың 10 районында яҙғы сәсеү башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып сәсеүгә Урал алды дала һәм көньяҡ урман-дала климат зоналарында төштөләр.
Дөйөм алғанда, 14 апрелгә Башҡортостанда 5,7 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған.
Республиканың барлыҡ хужалыҡтарында тиерлек ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу һәм дым ҡаплатыу әүҙем дауам итә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл яҙғы баҫыу эштәренә федераль һәм республика бюджеттарынан 1 миллиард 92 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Фото интернеттан.