Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләй. Ул Юнеско тарафынан 1982 йылда бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә иғлан ителгән. Жан Жорж бейеүселәр өсөн бейеү ҡанундары уйлап сығарған. Бөгөнгө бейеү сәнғәте лә тап ошо ҡағиҙәләргә таяна.