Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 14:15

Бер-береһе өсөн яралғандар

Һәр төбәктең йөҙөк ҡашы һаналған күренекле шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре бар. Ҙур булмаған Дәүләтҡол ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Сәбилә һәм Әхмәт Рахманғоловтар - шуларҙың береһе.

Һәр төбәктең йөҙөк ҡашы һаналған күренекле шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре бар. Ҙур булмаған Дәүләтҡол ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Сәбилә һәм Әхмәт Рахманғоловтар - шуларҙың береһе.
Был татыу ғаилә менән күптән танышбыҙ. Гәзиткә яҙылыу барышында уларҙың ҡотло йортона һуғылмай киткәнебеҙ юҡтыр, моғайын. Улар бик күп йылдар беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ рәтенән урын алды. Зирәк аҡыллы, йор һүҙле Сәбилә инәй һәм сабыр, тыныс холоҡло Әхмәт бабай менән һөйләшеү - үҙе бер тормош мәктәбе тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Әлеге осрашыуҙан да күңел ҡанаттарыбыҙ үҫеп, офоғобоҙ киңәйеп, рухыбыҙ нығынып ҡайттыҡ.
Рахманғоловтарҙың татыу ғаиләһенә быйыл 75 йыл тула. Шул уңайҙан улар хаҡында яҙыуыбыҙҙы һорап, ауылдың тынғыһыҙ мәҙәни эштәр ойоштороусыһы Хәҙисә Низамова шылтыратыу менән оҙаҡҡа һуҙмай, һөйөнөп юлға сыҡтыҡ. Иртәләп кенә барһаҡ та, улар күптән аяғөҫтөндә ине.
-Бер эш тә ҡыра алмаһаҡ та, һуңға тиклем йоҡлап ятмайбыҙ, - тип ҡаршы алды Сәбилә инәй. - Ауылда ҡояштан алда тороп та, эңер төшкәнсе эш бөтмәй бит ул. Ауырыу ҡәйнә, ҡайны, бер-бер артлы тыуған балалар... Өй мәшәҡәттәренә дөйөм хужалыҡ эше лә өҫтәлһә, бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем билеңде биштән быуып йүгерһәң дә, өлгөрөрмөн тимә...
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылды йәшләй генә сәстәре сәскә бәйләнә уларҙың. Әхмәт бабайҙың ауырыу әсәһе үҙе иҫән саҡта улын башлы-күҙле итергә теләгәндер инде: Йондоҙ ауылынан (был тораҡ пункт хәҙер юҡ инде) уңғанлығы, саялығы менән дан тотҡан ҡыҙҙы димләп алып ҡайталар. Осрашып, күрешеү түгел, өйләнешкәнсе бер-береһен бер тапҡыр ҙа күрмәгән була улар.
- Беребеҙ - ут, икенсебеҙ һыу булдыҡ, - ти Рахманғоловтар. - Ғаилә бәхете, һәр еңеү, уңыш һымаҡ уҡ сабырлыҡ, аҡыл, тырышлыҡ һәм һыҙланыуҙар аша килә. Етмеш биш йыл эсендә хәсрәтле лә, шатлыҡлы мәлдәрҙе лә күп кисерҙек. Бала ҡайғыһын да күрҙек. Кемебеҙгә таяныс кәрәк, шуға иңебеҙҙе ҡуйып, аңлашып, ғаиләләге үҙ урыныбыҙҙы белеп йәшәнек инде.
Сәбилә инәй менән Әхмәт бабайҙың икәү араһындағы йылылыҡты, күңел бәйләнешен әле лә тойорға мөмкин. Үҙе тураһында түгел, ә күберәк икенсе яртыһы хаҡында һүҙ әйтергә тырышыуҙары ла уларҙың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте тураһында һөйләй.
  • Бабайығыҙ механизатор ҙа, комбайнсы ла, бригадир ҙа булды. Ал-ял белмәй эшләне. Иртән иртүк сығып китә лә һуң ҡайта ине. Балалар атай абруйын белеп үҫте, - ти инәй.
  • Сәбилә инәй балаҫ та һуҡҡан, ырғаҡ менән селтәр шәлдәр ҙә бәйләгән, талдан ситән дә үргән. Ике айлыҡ ҡына сабыйын ҡалдырып, колхозда бесән дә сапҡан, механизаторҙарға икмәк тә бешергән. Эшләмәгән эше ҡалмаған уның. Килен булып төшкәс, ҡайныһы менән киндер үҫтереп, алмаш кейем, ашъяулыҡ, карауат япмаһы ла теккән.
    • Әйтеүе генә анһат киндерҙән күлдәк теккән тип. Уны эш итеү өсөн әллә күпме ҡул көсө һәм ваҡыт талап ителә, - ти бабай. – Әммә инәйегеҙ алдына алғанды ҡуймай торған кеше ине, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип эшләмәне.
    • Уларҙың икеһенең дә хеҙмәт кешеһе икәнлеге һөйәлләнгән ҡулдарынан күренә. Балаларын үҙ аллы тормошҡа баҫтырыу өсөн генә түгел, ә район, республика сәскә атһын өсөн дә тырышып эшләгән улар. Намыҫлы, эшһөйәр ғаилә ауылдаштары араһында лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана. Ғүмер көҙҙәрендә бәхетле улар: улдары Рамаҙан һәм килендәре Илмираның ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Башҡа балаларының да, шулай уҡ 12 ейән-ейәнсәренең, 16 бүлә-бүләсәренең иғтибарын, хәстәрлеген, йылыһын тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы ала улар.
      Читайте нас: