Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын һаҡлай.
Уның образы - Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.