ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:20

Абрикос һайлай беләһегеҙме?

Июнь башынан тиерлек сауҙа нөктәләрендә, баҙарҙа абрикос һатыла башланы. Был йомшаҡ, татлы, хуш еҫле көньяҡ емеше бөтәһенә лә оҡшай торғандыр. Ул калийға, тимергә бай, яҡшы антиоксидант һәм шулай уҡ кәйефкә ыңғай йоғонто яһаған файҙалы матдәләре күп. Әммә ҡайһы берҙә уны тәмләп ҡарағандан һуң башҡаса ауыҙға алғы килмәй. Ни өсөн шулай?

Оҙаҡ йылдар Әрмәнстанда йәшәп ҡайтҡан Сафия Иралина тәмле емеште нисек һайларға бер нисә кәңәшен бирҙе:
- Был абрикосты тиҙ боҙолоуҙан һаҡлаған махсус матдә менән эшкәртеүгә бәйле. Дифенил - ул консервант. Ябай күҙгә күренмәй, әммә тотоп ҡараһаң, салфеткаға һалһаң, майлы эҙ ҡалыуҙан уны шунда уҡ тойорға мөмкин. Был матдә аллергияға сәбәпсе. Шуға күрә емеште яҡшылап йыуғандан һуң ҡайнар һыу менән мотлаҡ сайҡатырға кәрәк. Йәшел, боҙолған урындарын күрһәгеҙ, алмағыҙ. Ҡайһы бер емеш кеүек ул өҙөлгәндән һуң “бешмәй”. Пестицидтар менән эшкәртелһә, төҫө юлаҡ-юлаҡ була. Тигеҙ, шыма икән, шулай уҡ емеш химикаттар йоғонтоһона бирелгән.
Читайте нас: