Төнөн маска кейгән ике йәш тажик шәхси йортҡа үтеп инеп, йоҡлап ятҡан ғаилә ир-менән ҡатынға ташлана. Ҡаршылыҡ күрһәтмәһен өсөн береһе травматик пистолеттан ғаилә башлығының яурынына атып, йәрәхәтләнгән ирҙе типкеләй. Ҡаршылыҡ күрһәтмәҫтәрен аңлағас, өйҙө тентей башлайҙар. Йорт хужабикәһенең башына ҡорал тоҫҡап йыйылған матди байлыҡтарын таптыралар. Һаулыҡтарына зыян килтереүҙән ҡурҡҡан ир менән ҡатын өйҙә һаҡланған 2 миллион һум күләмдәге аҡсаны башкиҫәрҙәргә сығарып бирергә мәжбүр була. Енәйәтселәр, аҡсаны ҡулға төшөрөп, уны үҙ-ара бүлешә лә эҙ яҙҙыра. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр халыҡта. Бурҙар тотола. Зыян күреүселәрҙең, шаһиттарҙың күрһәтеүҙәренә таянып, уларҙың ғәйебе асыҡлана.