Район мәғариф идаралығының баш белгесе Жанна Ғәйетҡолова белдереүенсә, урта һәм башланғыс кластар квест, интернет-уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары вокал, музыка ҡоралдарында уйнау, актёрлыҡ, хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ уҡыусылар башҡа сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтте. Компьютерҙа макет яһау, унан уның һөҙөмтәһен, йәғни 3D-принтеры аша сығарылған моделен күреү күптәрҙә был шөғөлдө артабан дауам итеү теләге уятты. Кемдер спорт буйынса яңы күнекмәләр үҙләштереүҙе хуплай, ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ. Видео-экскурсияларҙа яңы ерҙәр, милли йолалар, тәбиғи ҡомартҡылар менән танышырға, ә ғәмәли семинарҙарҙа билдәле кешеләр менән әңгәмә ҡороп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға була.
Мәктәп яны лагерҙарын алмаштырған виртуаль ял йәй башынан уҡ район-ҡала мәктәптәре, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары нигеҙендә 10-ар көнлөк сменалап ойошторолдо, интернет селтәрендә барлығы 35 төркөм эшләне. 11 августан 4-се смена бара, унан бишенсеһе лә ҡаралған.
Был онлайн-смена - балалар ялының яңы алымы. Уның өсөн интернеттың булыуы һәм уҡырға, өйрәнергә, шөғөлләнергә теләк кенә кәрәк.