21 авгусҡа Башҡотостанда коронавирус менән ауырыған 7469 кеше иҫәпләнә. Яңы 34 осраҡ теркәлгән. Вафат булыусылар һаны - 28. Һуңғы тәүлектә ауырыуҙы еңеп, 28 кеше дауаханан ҡайтарылған, ә дөйөм алғанда 6684 сирле һауыҡҡан.
Алда көҙ, һауа торошоноң йыш алмашыныуы хроник ауырыуҙарҙы ҡуҙғыта, киҙеүҙәр аҙыуына ла сәбәп булыуы ихтимал. Шуға күрә иммунитетты күтәреүгә, балаларҙы сыныҡтырыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта мәкерле коронавирус та беҙҙең менән бергә ҡала әле, уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн һаҡланыу сараларын, йәмәғәт урындарында битлек, бирсәткә кейеү талабын инҡар итмәгеҙ. Күпме ҡабатлаһаҡ та - һаҡланғанды һаҡлармын, тигән.