Ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжы сираттағы уҡыу йылын башланы. Быйыл беренсе курсҡа 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡабул ителгән. Тантаналы сараны асып, колледж директоры Рита Сәмиғуллина студенттарҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы һәм уларға изге теләктәрен еткерҙе.