Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле сикләү саралары осоронда көйәрмәндәр бер аҙ спорт ярыштарынан ситләшеп торҙо. Спортсыларҙың үҙҙәренә лә өй шарттарында шөғөлләнеү еңел булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе физик формаһын һаҡлай алған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙҡурсаулыҡта булыуҙы башҡаларға ҡарағанда хатта еңелерәк кисергән.
Быны 28-30 сентябрҙә Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында үткән “ИнваФест” беренсе республика спорт фестивалендә үҙебеҙ менән күрҙек. Ҡунаҡсыл Мәләүез ерендә Башҡортостандың 20 район-ҡалаһынан 110-дан ашыу спортсы осрашты.
“Тау һауаһы” ял базаһында аяҡ-ҡулы зарарланған граждандар араһында ойошторолған яңы фестивалдең тәүге этабы уҙҙы. Унда пауэрлифтинг һәм гер спорты буйынса көс һынаштылар. Был ярыш һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашлығындағы 29-сы республика спартакиадаһы иҫәбенә үтте. Икенсе, йәғни йомғаҡлау этабы бер айҙан һуң, Өфөлә планлаштырыла. Унда дартс һәм өҫтәл теннисы буйынса уҙышасаҡтар.
Ауырлыҡта сыныҡҡан көслө кешеләр һәр мәлдең ҡәҙерен белә, әүҙем тормош алып бара. Улар бер спорт ярышынан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, сөнки бындай саралар дуҫтар менән аралашыу, башҡа төбәктәрҙәге фекерҙәштәр менән танышыу мөмкинлеген бирә. “ИнваФест” фестивале лә уларҙың өмөтөн аҡланы. Маҡсатҡа ынтылышлы, ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта ихлас һәм ярҙамсыл спортсылар үҙҙәренең генә түгел, ә башҡа муниципалитеттар командалары өсөн дә “көйҙө”, бер-береһенә күнекмәләргә әҙерләнергә булышлыҡ итте. Ярышты ойоштороуҙа шулай уҡ ҡаланың “Яңы быуын” ирекмәндәре лә үҙ өлөшөн индерҙе. Күп йүнәлешле һөнәри һәм индустриаль колледждар студенттары һәр атлетҡа ярҙам итеп, үҙ бурысына яуаплы ҡараны.
Беренселек өсөн уҙыш Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры урынбаҫары Роман Низаметдинов, физик культура һәм спорт буйынса сектор мөдире Ринат Басиров, район-ҡала инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин сығышынан һуң башланды.
Көсөргәнешле ярыш барышында мәләүездәр үҙен тағы бер тапҡыр Башҡортостанда иң көслө командаларҙың береһе тип күрһәтте. Пауэрлифтинг буйынса шәхси иҫәптә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күп тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған Ирина Пушка беренсе урынды яуланы. Ир-егеттәрҙән үҙ төркөмөндә Илдар Мөхәмәтов - икенсе, Артур Рәхмәтуллин өсөнсө урынға сыҡты. Дөйөм команда иҫәбендә был спорт төрө буйынса мәләүездәр бронза призеры булды. Гер күтәреүҙә Ирина Пушка һәм Илдар Мөхәмәтовҡа етеүсе булманы, ә Артур Рәхмәтуллин өсөнсө урынға сыҡты. Һөҙөмтәлә беҙҙең команда еңеү яуланы. Ҡотлайбыҙ!
Ярышта ҡатнашыусылар “Инвафест” проектының артабан да дауам итеүенә ышанып таралышты, ә мәләүездәр, үҙ сиратында һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙер.
Һүрәттә: Еңеүсе Мәләүез командаһы.