Бер кеше яр буйынан китеп барһа, бер малайҙың ашыға-ашыға нимәлер диңгеҙгә ырғытыуын абайлап ҡала. Яҡыныраҡ килеп ҡараһа, ҡомға һибелгән диңгеҙ йондоҙҙарын күрә. Улар шул тиклем күп, хатта ки күп саҡырымдарға һуҙылған ти.
- Нишләп һин уларҙы һыуға бәрәһең? - тип һораған юлсы үҫмерҙән.
Малай эшенән туҡтамай ғына:
- Иртәгәгә тиклем ҡалһа, йондоҙҙар һыуһыҙ тонсоғасаҡ, - тип яуап биргән.
- Тик барыбер был ҡылығың ахмаҡлыҡ бит...Ҡара, бында улар миллионлаған! Һин бер нәмә лә үҙгәртә алмаясаҡһың... – тип ҡысҡырған.
Малай тағы бер йондоҙҙо ҡулына алған һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң:
- Юҡ, минең был ҡылығым күп нәмәне үҙгәртәсәк...бына был йондоҙсоҡ өсөн булһа ла, - тигән.
Быны ишеткән кеше лә эйелеп ҡулына йондоҙ ала һәм һыуға ырғыта. Шунан тағы берҙе...Икене, өстө. Төнгә ҡарай пляжға бик күп кеше йыйыла һәм һәр береһе диңгеҙ йондоҙҙарын ҡотҡарырға керешә. Ҡояш сығыуға ярҙа бер генә үлгән йондоҙ ҙа ҡалмай...
Мораль нимәләме? Мораль юҡ бында. Мотивация ғына бар: йыш ҡына, кеше генә түгел, үҙебеҙ ҙә үҙебеҙгә “Туҡта, был бит ахмаҡлыҡ” тип әйтәбеҙ һәм бер минут элек кенә илһамланып маҡсатыбыҙға китеп барған ерҙән шып туҡтайбыҙ. Ә үрҙәге бәләкәй малай туҡтап ҡалмағас, үҙ ниәтенә ирешә...