Район халҡының көнкүрешен, социаль именлеген тәьмин итеү менән бергә рух байлығы, мәҙәнилеген күтәреү, ялын ойоштороу ҙа мөһим. Байрам, тантаналы сараларҙы урындағы үҙешмәкәр артистар сығышы биҙәүе ғәҙәти күренешкә ингән, ә сәхнәгә сығырғансы, күпме көс, тырышлыҡ һалына.
Мәҙәниәт учреждениелары йәмғиәттә социаль, үҙ-ара бәйләнеш булдырыу функцияларын үтәй, райондың мәҙәни, мәғлүмәти, тәрбиә нигеҙен формалаштыра, социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай.
Районда алты мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы бар. Ҡала мәҙәниәт һарайында урындағы һәм республика саралары уҙғарыла. “Мәҙәни-ял үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһы ҡарамағында - 47 филиал, шул иҫәптән, Ергән, Корнеевка, Нөгөш ауыл күп функциялы комплекстары ауыл халҡына ҙур мөмкинлектәр аса. “Мәләүез үҙәкләштерелгән китапхана системаһы“ мәҙәниәт учреждениеһы 30 китапхананы берләштерә. Был өлкә лә заман талабы буйынса яңырыу кисерә, Ергән һәм Корнеевкала моделләштерелгән, йәғни матди һәм мәғлүмәт ресурстары менән тулыһынса тәьмин ителгән, барлыҡ уңайлыҡтары булдырылған яңы быуын китапханалары эшләй. Ҡаланың 1-се һәм Ергән ауылы балалар сәнғәт мәктәптәрендә балалар өҫтәлмә белем ала, ижади һәләттәрен үҫтерә. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға була, ҡаланың филиалы Партизан ауылында урынлашҡан, унда ла бай күргәҙмә материал тупланған.