Конгэк
-15 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 14:42

Йүнселдәргә - адреслы ярҙам

Республикала үҙ эшен асырға теләгәндәргә адреслы ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ул аҡсаны кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға, халыҡҡа эш урындары булдырыуға тотонорға мөмкин.

Район етәкселеге тарафынан үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәргә, эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Аҙна һайын район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үткәргән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә етәксе бизнес өлкәһенә тәүге аҙымдарын яһаусы булдыҡлылар менән осраша, уларҙың уй-ниәттәре менән таныша, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Һуңғы ваҡытта пандемияға бәйле был сара онлайн тәртиптә уҙғарылһа ла, үҙ проекттарын тәҡдим итеүселәр һаны кәмемәй.
Сираттағы осрашыуҙа социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алған һәм үҙмәшғүл граждандарҙың бизнес-пландары ҡаралды. Республикала үҙ эшен асырға теләгәндәргә 250 мең һумлыҡ ярҙам алыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был ярҙам төрөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, йәшәү минимумы уртаса кимәлдән түбән булған яңғыҙ йәшәгән граждандар ала. Ул аҡсаны кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға, халыҡҡа эш урындары булдырыуға тотонорға мөмкин.
Адреслы ярҙамға беҙҙең райондан үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға баҙнат иткән 12 кеше дәғүә итә. Улар араһында кейеҙҙән аяҡ кейемдәре тегеү, фотостудия, логопед, маникюр кабинеттары асыу, һыйыр малы һатып алыу кеүек үҙенсәлекле тәҡдимдәр бар.
Етәкселек тарафынан барлыҡ бизнес-пландар ҙа хуплау тапты, йүнселдәргә үҙҙәре һайлаған йүнәлештәре буйынса кәңәштәр бирелде. Республика бүлгән был социаль ярҙам үҙ кәсебен башларға теләгәндәргә эшҡыуарлыҡта старт алырға булышлыҡ итер, яңы башланғыстарына этәргес көс бирер.
Читайте нас: