Шәрип ауылынан Салауат Байгилдин үҙенең тормош иптәше Регина менән эшҡыуарлыҡ йүнәлешен һайлап, бер нисә ай элек ҡала кибеттәренең береһендә ит продкуцияһын һатыуға тотонған.
Бер ниндәй ауырлыҡ алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнгән егет ауыл ерендә төпләнеп күп мал аҫрау, йортон һалыу тураһында мәктәп йылдарында уҡ хыяллана башлай. “Әсәйемә колхозда төрлө эш башҡарырға тура килде, һыйыр һауҙы, быҙау ҡараны, ҡыҫҡаһы, бар ғүмерен малсылыҡҡа арнаны. Беҙҙе лә эш һөйөргә өйрәтте, бәләкәйҙән ҡул араһына инеп үҫтек. Бала саҡты күрмәнек, тиһәң дә була, уйнарға ла ваҡыт ҡалмай ине”, - ти ғаилә башлығы. Эштең асылын аңлап үҫкән егет әлеге көндә үҙ хужалығында симменталь тоҡомло утыҙ башҡа яҡын мал аҫрай. Хәләл көс менән үҫтереп һуйған малдың итен һатып, килем алыу ҙа еңел генә бирелмәй. Сабынлыҡ, көтөүлек ерҙәрен дә рәсми теркәтеп алған.
Тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр халыҡта. Йәш эшҡыуар ҙа хыялына урау-урау юлдар менән килгән. Өфөлә иретеп йәбештереүсе булып эшләгән саҡта бер йыл эсендә йорт күтәреп сыға. Ҡатыны менән икеһе лә эштә саҡта, әсәйе ике йәшлек Мәҙинәне ҡарап, алты йәшлек Уралдың - мәктәптән, улы менән килененең эштән ҡайтҡанын көтөп, өй тотҡаһы булараҡ, тәмле аштары менән һәммәһен ҡаршы алып тора. Иҡтисад, туризм сервисы буйынса юғары белем алған Регинаға ла кибет артына баҫыу еңел генә бирелмәй. Һатып алыусының тауарҙан ҡәнәғәтлек кисергәнен күреп үҙе лә сауҙа итеүҙән ҡыуаныс таба.
Әйткәндәй, киләсәктә көтөүҙе ишәйтмәкселәр Байгилдиндар. Проблемалар етерлек, әлбиттә, әммә татыу ғаиләнең уларҙы еңеп сығырына шик юҡ.