Ҡышҡы селлә ваҡытында яҙ йылыһын һәм кәйефен биргән байрам бар - ул Студенттар көнө тип атала. Уның тарихы 1755 йылдың 25 ғинуарынан башлана. Изге Татьяна көнөндә, батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто Мәскәү университетына нигеҙ һалына. 2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай һәм кисәләр, тантаналар, күңел асыуҙар ойоштора.
Был иҫтәлекле датаны беҙҙең район-ҡала йәштәре лә йыл һайын киң билдәләй. Үҙҙәре уҡыған һөнәри белем биреү учреждениеларында мәҙәни саралар, интеллектуаль уйындар, эшлекле осрашыуҙар уҙғара. Быйыл ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары концерт ҡуйҙы. Студенттарҙы район хакимиәте исеменән йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире Алена Шатунова ҡоланы. Бер төркөм ирекмәндәрҙе төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы үтәгәне өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Көн һыуыҡ булғанғамы, әллә йәнле аралышыуға ҡарағанда гаджеттарҙа ултырыуҙы өҫтөнөрәк күрҙеләрме, концертта йәштәр бик аҙ булды. Шуныһы ҡыҙғаныс. Ә үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән концерт программаһы бик бай һәм күңелле ине...