Донъя шулай ҡоролған: нимәгәлер эйә булыр өсөн, ниҙәндер мәхрүм булырға, нимәнелер ҡорбан итергә кәрәк. Воскресенский ауылында йәшәгән урман хужалығы мастеры Марсель Зөбәйеров тәбиғәт ҡосағында йыртҡыс хайуандарҙан түгел, нәҡ әҙәм балаһының яуызлығы арҡаһында һаулығын юғалтҡан, ә “йәшел бишеге” уны кире аяҡҡа баҫтырған.
Тыумышы менән - Федоровканан, Мораҡта, унан һуң Ейәнсура районында йәшлек ғүмере уҙған, яҙмыш еле иһә уны күпселеге урыҫ милләте йәшәгән Воскресенскийҙа төпләндерә.
“Элегерәк уҡыу йортон тамамлағандар мотлаҡ рәүештә кәмендә өс йыл эшләү шарты менән эш урыны менән тәьмин ителә, һәр студент һөнәре буйынса “отработка” үтергә тейеш ине, 1985 йылда Өфө урман техникумын тамамлағандан һуң, мине ошо яҡҡа ебәрҙеләр” , - ти Марсель Зәйнибәшәр улы. Уның ҡарамағындағы биләмә 60 мең гектарға һуҙылған: сиге Бөрйән районы, Ишембай районына барып терәлә. Икһеҙ-сикһеҙ шул майҙанды урмансы биш бармағы кеүек белә тиһәң, бер ҙә яҙыҡ түгел. Кемдер шәхси хужалығына, ә эшҡыуарҙар һатыр өсөн утын йүнләй, төҙөлөш өсөн дә делянка бүлдереүселәр етерлек. Аралап ҡырҡыу ҙа уның өҫтөндә. Эш буйынса 25-30 саҡырымды йәйәүләп урман ҡыҙырғаны өсөн ауылдаштары уға “Ҡыуғынсы, бәрей” ҡушаматын йәбештереп ҡуйғандар. “Уҙған йылды урман буйлап китеп барһам, яҡындағы ҡыуаҡлыҡтан аңғармаҫтан айыу ҡаршыма килеп сыҡмаһынмы! Мине күреп тайыш табан артҡы аяҡтарына баҫты, буйы ике метр ярым тирәһе. Икебеҙҙең ара була-ҡалһа ун метр тирәһе, ғәҙәттә, улар һиҙгер, был осраҡта ел уның яғынан иҫкәндер: икебеҙ өсөн дә осрашыу аңғармаҫтан булды. Йәнем бот төбөнә төштө, баҫҡан урында ҡыбырлай ҙа алмайым. Башҡортсаһын да, татарсаһын да, урыҫсаһын да, нимессәһен дә, бар һүҙлек байлығын иҫкә төшөрҙөм: артыҡ боламай урман хужаһы менән һөйләшәм, үҙем менән таныштырам, насарлыҡ эшләргә теләмәгәнемде әйтәм. ә ул үкерә, башын болғап, минең күҙ ҡарашын эҙләй. Бәхетемә, күҙлек йөрөтә инем ул саҡта, ҡурҡҡан ҡарашты һиҙһә, улар бит тиҙлекте сәғәтенә 70 километрға тиклем арттыра, бер ырғыуҙа тотоп алыр ине, әле һеҙҙең менән осрашып һөйләшеп ултырмаҫ инем. Айыу ҙа, мин дә артҡа сигенә-сигенә, үҙ юлыбыҙҙы дауам иттек”, - тип бәйән итте урмансы. Әйткәндәй, Марсель ағай әйтеүенсә, ул яҡтарҙа “урман хужаһы” йыш осрай икән. Бура әҙерләргә барған ауылдаш ир балары менән йөрөгән инә айыуҙы осратып, ҡурҡышынан ағас башына менеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, өркөтөргә теләп, кейемдәрен йыртҡылап яндырып, аҫҡа елләгән арала, инә айыу икенсе ата айыуға әүерәп киткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Марсель Зәйнибәшәр улы урманда кешенән ҡаза күрә. Йәшерен урман киҫеүселәр, әллә һунарсылар булдымы, кемдер уны ҡаты йәрәхәтләй. Аңына килгәндә, үҙенең, хатта әсәһенең кем икәнлеген дә онота, ә урмандағы кварталдар хәтерендә. Бары тәбиғәт кенә әҙәм балаһын үҙе дауалай, улар бер-береһен аңлай. Күҙ йомоп, энергияһынан, еҫенән ағас төрөн билдәләй белә урмансы! Йыш ҡына ул саңғыла урман гиҙә. Ана шул ваҡиға һуң уның тормошҡа ҡарашы үҙгәртә лә. Әлбиттә, оптимизация тип дәүләттең урман хужалығында эш урындарын ҡыҫҡартыуҙар, техниканың булмауы, эш хаҡының уғата түбән булыуы йәнен көйҙөрә, шуға ҡарамаҫтан ул донъяның йәмен, мәғәнәһен табып, асылын аңлап йәшәй.
Кистәрен мейестә сатырлап янған утҡа ҡарап уйланып, тормош иптәше Лидия Александровна менән хисләнеп ултырырға ярата. Һынау ҙар аша үтһә лә, зарланмай, булғанына риза Марсель Зәйнибәшәр улы.