ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 17:20

Яуһын әле ҡары ла...

Был ҡар кәрәкте бирҙе, шулай бит, дуҫтар? Ҡулдарға көрәк, эттергестәр тотторҙо, водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә тамам хәлен алды. Иртән кәрәк ереңә барырға сыҡҡанда, машинаңдың ҡарға күмелеп ултырыуы, ишек-ҡапҡаларҙың асылмаҫлыҡ хәлгә етеүе, көрт йырып эшкә барыуҙар байтаҡ мәшәҡәт тыуҙырҙы.

Был ҡар кәрәкте бирҙе, шулай бит, дуҫтар? Ҡулдарға көрәк, эттергестәр тотторҙо, водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә тамам хәлен алды. Иртән кәрәк ереңә барырға сыҡҡанда, машинаңдың ҡарға күмелеп ултырыуы, ишек-ҡапҡаларҙың асылмаҫлыҡ хәлгә етеүе, көрт йырып эшкә барыуҙар байтаҡ мәшәҡәт тыуҙырҙы. Һуңғы көндәрҙә күпләп яуған ҡар ҡайһы бер маршрут автобустарының хәрәкәтен сикләне, юлдарҙың ябылып тороуына сәбәпсе булды.
Ҡаланың тораҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эше бармә-бер артты, улар подъезд алдарын, тротуарҙарҙы, кеше күпләп йөрөгән урындарҙы таҙарта. Урамдарға иртәнге сәғәттәрҙән үк тракторҙар сығарыла. Ҡыйыҡтарҙағы ҡар, боҙбармаҡтар иһә махсус техника ярҙамында төшөрөлә.
Кешеләр ҙә, дәррәү ҡубып, үҙ ихаталарын, ҡапҡа алдарын көрәргә сыҡты. Кемдер был эште һуҡрана-зарлана башҡарһа, ҡаланың Титов урамында йәшәгән Татьяна Бережная, киреһенсә, унан ҙур кинәнес кисерә. Телефонынан ҡолаҡсын аша дәртле йырҙар тыңлап, егеттәрҙән һис ҡалышмай, ҡолас ташлап ҡар көрәгән ихлас ҡыҙ менән аралашҡандан һуң, үҙемдең дә кәйефем күтәрелеп китте.
- Атай эштә, уның ваҡыты юҡ. Физик эш һаулыҡ өсөн дә файҙалы бит ул. Хәрәкәттә - бәрәкәт, - ти Татьяна. Шуға күрә ир-ат эше тип тормаған, ҡыҙ иртән иртүк ҡапҡа алдын тап-таҡыр итеп таҙартып та ҡуйған.
Ҡар яуғанда, ғәҙәттә, икмәк, бәрәкәт яуа, тибеҙ. Шулай ғына булһын. Ер дымға туйһын, баҫыуҙарҙа иген ишелеп уңһын. Тәбиғәттең бер генә күренешенә лә асыуланырға ярамай. Ҡар-бурандар менән донъяға аҡлыҡ-сафлыҡ, муллыҡ килһен.
Читайте нас: