Февраль аҙағы, ҡыш һуңғы көндәрендә сатлама һалҡындар менән һөйөндөрә. Эйе, алда яҙ, ҡышҡы аҡлыҡ-сафлыҡ һағындырыр әле. Һәр миҙгелде үҙ үҙенсәлеге биҙәй. Ҡышҡы матурлыҡты күреп ҡалайыҡ. Бөгөн, 21 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25,-30, аяҙытҡанда -35, көндөҙ -17,-22 градус.