Хөрмәтле райондаштар, ҡәҙерле ветерандар! 23 февралдә матур йолаға ярашлы бар ир-егеттәрҙе, хатта әле донъяға килгән ир сабыйҙарҙы ла тәбрикләйбеҙ. Был байрам - ысын ир-егеттәр көнө. Һеҙ - Тыуған ил, туған халҡығыҙ, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ туғандарығыҙҙың ышаныслы, ҡеүәтле терәге. Тормош ауырлыҡтарына, һынауҙарына ҡарамай, киләсәктә лә таяныс булырлыҡ ысын ир азаматы булып ҡалығыҙ - ошоноң өсөн һеҙгә рәхмәт! Тыныс, лайыҡлы һәм ырыҫлы тормош, ғаилә бәхете, һәр өлкәлә уңыш-ҡаҙаныштар теләйбеҙ!