Хөрмәтле ир-егеттәр! Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, рух һәм ихтыяр көсөн данлаған байрам менән ихлас ҡотлайым! Был көн Рәсәй яугирҙәренең бөйөк ҡаҙаныштарын, данлы традицияларҙы, Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһөн һәм быуындар бәйләнешен һынландыра. Киләсәктә һеҙгә уңыштар, бәхет, сәләмәтлек, именлек һәм тыныслыҡ теләйем! Фәнис Бикташев, танк ғәскәрҙәре ветерандарының урындағы ойошмаһы рәйесе.