ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 14:05

Әлдә һин бар әле донъяла!

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Резидә ӘЛИМҒОЛОВА ҡыштың иң ҡыҫҡа, иң һалҡын айында тыуһа ла, киң күңелле, яҙҙай яғымлы, ҡояштай йылы кеше. Уның наҙы, һөйөүе беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға етә.

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Резидә Әлимғолова ҡыштың иң ҡыҫҡа, иң һалҡын айында тыуһа ла, киң күңелле, яҙҙай яғымлы, ҡояштай йылы кеше. Уның наҙы, һөйөүе беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға етә. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, күңел көрлөгөн юғалтмай, беҙгә көс биреп йәшәгән ғәзизебеҙ күптәргә өлгө булырлыҡ.
Бөгөн Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән ғәзизебеҙ бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы менән яна. Әхирәттәре менән йыйылышып, улар йыш ҡына “мәктәп” уйнайҙар. Өйҙәрендә лә ул күпселек ваҡытын дәфтәрҙәр тикшереп, ҡурсаҡтарына дәрестәр биреп үткәрә. Бала саҡ йылдарында бөрөләнгән оло һәм яҡты хыялына тоғро ҡала ул: бар ғүмерен һайлаған изге эшенә - уҡытыусылыҡҡа бағышлай.
Әсәйебеҙ хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылынан. Ул 1961 йылдың 28 февралендә Фәриҙә һәм Сәлимйән Әлмөхәмәтовтарҙың күп балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. Артабан Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә күсә. Әммә белем эстәгән кескәй уҡыусы өсөн һигеҙ саҡрым араны үтеү бик ауыр кеүек тойолмаһа ла, ата-әсәһе ҡышҡы һыуыҡтарҙа йөрөүе ҡыйын булыр тип, ҡыҙҙы Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһы мәктәбенә күсерә. Күмертау ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында уҡый. Ниһайәт, 1978 йылда мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, үҙе хыял иткәнсә Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Туған телгә һәм әҙәбиәткә булған һөйөүе, шулай уҡ бәләкәйҙән рус яҙыусыларының әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы уны уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килә.
1983 йылда институтты тамамлағандан һуң, әсәйҙе йүнәлтмә буйынса Мәләүез районының Йомаҡ ауылына ебәрәләр. Шул ауылдың аҡыллы, уңған егете, атайыбыҙ Риф Рауил улы менән дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй үткәрәләр. Беҙҙе, ике улдарын тәрбиәләп үҫтерҙеләр, белем бирҙеләр.
Күп йылдар ауыл мәктәбендә балаларға тел үҙенсәлектәрен өйрәтте әсәй, рус һәм инглиз телдәренә һөйөү тәрбиәләне. 2009 йылда Йомаҡ ауылы мәктәбе ябылғас, ул саҡтағы Мәләүез механика-технология техникумына эшкә урынлашты. 2015 йылдан техникум Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы тип үҙгәртелә.
Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ студенттарға башҡорт теленән һабаҡ бирә, уларҙа телгә ҡарата оло ҡыҙыҡһыныу уята. Уның уҡыусылары йыл да республика кимәлендә уҙған сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Был уның үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡарыуынан киләлер. Әсәйебеҙ 2011 йылда Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен дауам итә. Бына инде байтаҡ йылдар дауамында ауылдан ҡалаға йөрөп эшләй ул, ҡышҡы һалҡында ла, күҙ асҡыһыҙ буранда ла, яҙғы ташҡында ла көн һайын утыҙ саҡрым араны үтергә тура килә уға. Үҙ тәжрибәһен киләсәк быуынға еткерәйем, тыуған илемә, үҙ телемә һәм халҡыма тоғро хеҙмәт итәйем тип тырыша.
Ул уңған хужабикә, атайыбыҙ өсөн ышаныслы һәм тоғро ҡатын, беҙгә хәстәрлекле әсәй, ейәндәрем тип өҙөлөп торған өләсәй ҙә. Йәй көндәрендә баҡсабыҙҙа йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә. Бешергән тәмле ризыҡтары менән беҙҙе, яҡындарын һыйлай.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, именлек, сәләмәтлек, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Һәр ваҡыт әлегеләй оло йөрәкле, ихлас һәм йәш күңелле булып ҡал, әсәй, тип өндәшкебеҙ килә. Кешеләргә, яҡындарыңа, туғандарыңа һәм беҙгә күрһәткән изгелегең үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Был көн шундай күнеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡтылыр
Һин булғанға.
Бөгөнгөләй һөйкөмле бул,
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Риф, улдары Рөстәм, Илшат, килене Гөлназ, ейәндәре Алмаз һәм Руслан.
Читайте нас: